ДУБРОВКА, Ауырғазы р-нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 141 кеше; 1939 — 203; 1959 — 176; 1989 — 132; 2002 — 138; 2010 — 150 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002).

1910 й. һәм 1912 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Яңы Фёдоровка а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. Д. (Яңы Дубровка) а. булараҡ теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018