АҒАС МАТЕРИАЛДАР, ағастың тәбиғи физик төҙөлөшөн һәм составын һаҡлап ҡалып, ҡырҡылған ағасты арҡыры йә буй бысып алынған материалдар. Эшкәртелгән һәм эшкәртелмәгән, ылыҫлы һәм япраҡлы, эшкәртеү ысулы б‑са түңәрәк, ярылған, бысылған, һыҙырылған, йышылған, ваҡланған А.м. бүләләр. Буй ағасты (тамыр өлөшө, осо алынған, ботаҡтарҙан таҙартылған ағас олоно) түмәргә бысып, эшкә яраҡлы эшкәртелмәгән һәм түбән сифатлы үҙағас алалар.

Башҡортостанда әҙерләнгән А.м. 90%‑ҡа яҡыны таҡта ярыу, мебель, шырпы, тара, фанер, целлюлоза-ҡағыҙ һ.б. производстволарҙа файҙаланыла (ҡара: Ағас плита, Мебель сәнәғәте, Фанер производствоһы). А.м. ҙур үлсәмле әйберҙәр (ағас конструкциялар, торлаҡ-гражданлыҡ төҙөлөшө өсөн панелдәр, түбә урҙалары, аркалар һәм металл-ағас ферма өлөштәре, свайҙар һ.б.), ағас‑таҡта (бурса, ҡыртыш таҡта, таҡта һ.б.), торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары буралары, ағас әйберҙәр (тәҙрә һәм ишек блоктары, бүлкәләр) һ.б. яһайҙар. Респ. А.м. төп етештереүсе “Башлеспром” ААЙ булған.

А.Ф.Хәмитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018