ВОЛКОВ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Волков а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Бағышлы й. (Уҫы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 269 кеше; 1920 — 578; 1939 — 626; 1959 — 145; 1989 — 249; 2002 — 191; 2010 — 218 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Покровка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 1877 й. Өфө өйәҙендә Вятка губернаһынан күсеп килеүселәр алпауыт Волковтан (ҡара: Волковтар) һатып алған ерҙәрҙә Яңы Александровка (Волков) һәм Горный Ключ (Үрге Ключёвка) исеме м‑н йәнәш урынлашҡан 2 яңы ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. беренсеһендә — 20 йортта 87 кеше, икенсеһендә 30 йортта 177 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, земство мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй булған; ссуда‑һаҡлыҡ ширҡәте урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. Яңы Александровкала 97 кеше иҫәпкә алынған (ш. уҡ тимерлек теркәлгән), Горный Ключ а. — 172 кеше; 1920 й. В. (Яңы Александровка) — 286 кеше, Горный Ключ а. — 292 кеше; 1939 й. — ярашлы рәүештә 484 һәм 142 кеше. 50‑се йй. аҙағынан хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алыналар.

 Ә.Ғәрүәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика