ГРИБОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Кириллов а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Тыуыш т. юл разъезынан Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта Тыуыш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 42 кеше; 1920 — 70; 1939 — 208; 1959 — 162; 1989 — 48; 2002 — 152; 2010 —  316 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. аҙ. секунд-майор С.В.Иглин һатып алған Өфө өйәҙе Ҡобау улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына. 1865 й. Г. (Иглинда) 8 йортта 48 кеше йәшәгән. Игенселек, һатыу өсөн ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй булған. 1920 й. Г. (Дудоровка, Кадомцев) булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. башына Г. 18 б. нигеҙ һалынған Шильников (Аничков, Тыуыш) һәм Черенков (Аничков, Углич, Тыуыш) аа. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика