ДУБОВКА, ауыл, 1932 й. алып Өфө эсендә.

Ауылға 19 б. аҙ. алпауыт Я.П.Барсовтан һатып алынған ерҙә Вятка губернаһынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1896 й. Д. (Яңы Глумилин) исеме м-н иҫәпкә алынған, 26 йортта 172 кеше йәшәгән. Йәшелсәселек м-н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 3 бакалея кибете теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 205 кеше; 1920 — 560 кеше. 1932 й. Өфө р-нының Сипайлов а/с ҡараған. Хәҙ. Өфөнөң Октябрь р-ны терр-яһы.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018