ДУБКИ, Өфө р-нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Өфөнән К. 32 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 11 км алыҫлыҡта Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 102 кеше; 1959 – 181; 1989 – 142; 2002 – 188; 2010 – 219 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. А.Д.Цюрупа ис. с‑з ойошторолғандан һуң Булгаков а. кешеләре с-здың 3‑сө Полевой участкаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке