ДОРОГИНО, Өфө р‑нындағы ауыл, Кириллов а/с ҡарай. Өфөнән Көнс. 43 км һәм Тыуыш т. юл разъезынан Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 2010 й. — 225 кеше.

Ауыл 19 б. 1‑се ярт. Өфө өйәҙендә батша һарайы һәм алпауыт крәҫтиәндәре тарафынан нигеҙләнгән һәм 20 б. 70‑се йй. уртаһында иҫәптән алынған Дорогино (Покровка) а. урынында 2007 й. барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. 1865 й. 19 йортта 94 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 128 кеше йәшәгән (мөгәзәй теркәлгән); 1920 й. — 181; 1939 — 120; 1959 — 39 кеше.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018