ДОМБРОВКА, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 129 кеше; 1920 — 110; 1939 — 151; 1959 — 231; 1989 — 332; 2002 — 382; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Языков урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1865 й. алып Бедриновка (Д.) алпауыт крәҫтиәндәре ауылы булараҡ билдәле, 20 йортта 155 кеше йәшәгән. Игенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1920 й. Урыҫ Домбровкаһы (Аксимбровка) исеме м‑н теркәлгән. 30‑сы йй. Бүздәк с‑зы ойошторолғас, с‑здың Домбровка бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 1934 й. башлап БашҮБК ис. с‑здың Домбровка бүлексәһе ҡасабаһы. 50‑се йй. 20‑се йй. башында нигеҙләнгән Немец Домбровкаһы (Аксимбровка) а. м‑н ҡушыла. 1972 й. “Благовар” с‑зының Домбровка бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ теркәлгән, 1993 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018