ДНЕПРОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкәбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 59 км алыҫ- лыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 237 кеше; 1920 — 341; 1939 — 246; 1959 — 222; 1989 — 108; 2002 — 115; 2010 — 80 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Өршәк-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1897 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Екатеринослав губ. күсеп килгән Үрге Днепровка а. кешеләре нигеҙ һала. 1920 й. Үрге Днепровка а. булараҡ иҫәпкә алына, 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.