ДМИТРИЕВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т. табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 242 кеше; 1920 — 289; 1939 — 325; 1959 — 133; 1989 — 264; 2002 — 327; 2010 — 312 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19—20 бб. араһында Өфө өйәҙендә украин крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1902 й. Дмитриевка ширҡәте булараҡ теркәлгән, 1906 й. — Дмитриевка яңы ауылы. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын ала. Ауыл эргәһендәге Шишмә урмансылығының 73‑сө квадраты — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Н.И.Крысин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке