АҒАС КОНСТРУКЦИЯЛАР, ағастан яһалған төҙөлөш конструкциялары. Тәғәйенләнеше б‑са терәк һәм кәртәләүсе, етештереү ысулы б‑са тотош ағастан һәм елемләп йәбештерелгән А.к. айырыла.

20 б. 70—80‑се йй. БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (Н.А.Пискунов, Н.Е.Расщепкин, Л.С.Чеботарёва) химик яҡтан агрессив мөхитле сәнәғәт биналары һәм ҡоролмалары өсөн елемләп йәбештерелгән А.к. уйлап табыла һәм эшләп сығарыла. Елемләп йәбештерелгән таҡта конструкциялар (урта өлөшө бөгөп, елемләп йәбештерелгән терәүгә таянып торған төҙ ҡуш балкалар) “Абҙаҡ” спорт-һауыҡтырыу комплексындағы аквапарк бинаһын төҙөгәндә ҡулланыла. 2000‑се йй. алып респ. елемләп йәбештерелгән (йәбештерелгән бурса) һәм тотош ағастан һәм OSB плита материалынан (йүнәлешле юнысҡы плитаһы, тышҡы ҡатламдары эре юнысҡынан торған ағас юнысҡы плитаһы аналогы) яһалған конструкциялар аҙ ҡатлы (каркаслы һәм панелле) йорттар һалыуҙа файҙаланыла. 2005 й. алып “РегионСтройКонструкция” ААЙ‑нда (Өфө) таҡталары тешле металл пластиналар м‑н беркетелгән тотош ағастан яһалған конструкциялар сығарыла; технология дымлылығы юғары (25%‑ҡа тиклем) булған ағас‑таҡта файҙаланырға мөмкинлек бирә, йыйыу процесын ябайлаштыра һәм продукцияның үҙҡиммәтен төшөрә; тешле металл пластиналы таҡталарҙан яһалған фермалар “Аҡбуҙат” ипподромы һәм 1‑се Респ. психиатрия дауаханаһы (Өфө) комплексы биналарының ҡыйыҡтарын ҡорғанда файҙаланыла. 2006 й. алып “ПанельДом” пр‑тиеһы елемләп йәбештерелгән ике тавролы балкалар ҡулланылған йорт комплекттарын, 2010 й. — “Үҙ өйөң” (икеһе лә — Өфө) респ. беренсе булып елемләп йәбештерелгән ағас нигеҙендә усадьба йорто комплекттарын сығара.

В.М.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018