ГӘЙНӘЯМАҠ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Гәйнәямаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта Ғәйнә й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1806 кеше; 1920 – 2212; 1939 – 1624; 1959 – 1581; 1989 – 1102; 2002 – 1023; 2010 — 897 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1743 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ялпаҡ, Ишем, Ҡуян, Һарыш аа. (хәҙ. бөтәһе лә – Пермь крайы) башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл исеме ғәйнә этнонимы һәм тәүге төпләнеүсе Ямаҡ Тайсинов исеменән барлыҡҡа килгән. Керҙәшлек шарттарында 1763 й. бында дәүләт крәҫтиәндәре категорияһына ҡараған татарҙар төпләнә, 1773 й. типтәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 43 йортта 220 кеше йәшәгән, 1865 й. 208 йортта – 1176 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы, 2 мәсет, училище, 10 тирмән-болғауыс булған. 1906 й. 3 мәсет, 4 тирмән, 3 бакалея кибете теркәлгән. М.Ғ.Тайсинов, С.Н.Тайсинов, Х.В.Әйүпов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика