ДМИТРИЕВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 145 км алыҫлыҡта Һүрәм й. (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 312 кеше; 1920 — 485; 1939 — 420; 1959 — 218; 1989 — 330; 2002 — 286; 2010 — 224 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1891 й. һәм 1900 й. араһында Орск өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1920 й. Дмитриевский (Төндөклө) утары булараҡ теркәлгән, 1939 й. алып Дмитровский утары, 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018