ДМИТРИЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Воробьёвка й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 528 кеше; 1920 — 748; 1939 — 844; 1959 — 1014; 1989 — 3267; 2002 — 3789; 2010 — 4351 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Дмитриевка” ДУАХП‑нда, “Өфө” ЯСЙ-нда, “Башҡортостан” ААЙ-нда, “Уфанефть” НГДУ‑һында, “Уфаремстройгаз” пр‑тиеһында эшләй; урта һәм музыка мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (урыҫ йыры һәм бейеүе ансамбле), китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Өфө провинцияһында нигеҙ һалына, Өфө дворяндары Бреховтар ҡулында була, 18 б. 60‑сы йй. һуң алпауыт Дмитриевтар ҡарамағына күсә. 1865 й. Д. (Брехово а.) 94 йортта 529 кеше йәшәгән. Улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, 3 ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, тимерлек, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. Ф.Ф.Мофазалов ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.