ДМИТРИЕВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Аҡкүл буйында, Аҡкүл заказнигы биләмәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 321 кеше; 1920 — 501; 1939 — 389; 1959 — 447; 1989 — 134; 2002 — 135; 2010 —127 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1877 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә алпауыт Вяземскийҙан һатып алынған ерҙәрҙә төрлө губерналарҙан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1986 й. 60 йортта 387 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.Ф.Зимин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018