ДМИТРИЕВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1644 кеше; 1920 — 1778; 1939 — 1846; 1959 — 994; 1989 — 384; 2002 — 309; 2010 — 343 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Дмитриевский биҫтәһе исеме м‑н Благовещен заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Рязановка булараҡ теркәлгән (бында Рязань губ. крепостной крәҫтиәндәр күсерелгән). 1865 й. 156 йортта 1113 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. Һыу тирмәне, пристань булған. 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. сиркәү (1886 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тирмән, 1‑әр шарап, һыра һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.Н.Лосев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке