ДМИТРИЕВА ПОЛЯНА, Шаран р‑нындағы ауыл, Дмитриева Поляна а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 6 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 405 кеше; 1920 — 384; 1939 — 485; 1959 — 270; 1989 — 178; 2002 — 638; 2010 — 545 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (1‑се Шаран мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бәләбәй өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1896 й. 55 йортта 324 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Май һығыу йорто, итек‑ситек тегеү оҫтаханаһы булған. 1906 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.