АҒАРҘЫ, Благовар р‑нындағы ауыл, Таң а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Ағарҙы й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 742; 1939 — 698; 1959 — 534; 1989 — 286; 2002 — 248; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 19 б. башында Өфө өйәҙе Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә алпауыт И.Солтанов крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Үрге А., Солтанай исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 47 йортта 266 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

Ә.Р.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.