ДИЯШ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Дияш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 14 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 60 км алыҫлыҡта Күсембәт й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 939 кеше; 1920 — 1484; 1939 — 1316; 1959 — 774; 1989 — 431; 2002 — 402; 2010 — 375 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, тип фараз ителә. 1865 й. 105 йортта 727 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 2 училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, һыу тирмәне, тимерлек, шарап кибете, мөгәзәй теркәлгән. Е.А.Кузьмичёва, Пётр ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.