ДИМ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡармыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К. табан 13 км алыҫлыҡта Әүрез й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 161 кеше; 1959 — 311; 1989 — 284; 2002 — 284; 2010 — 278 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Раевка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1935 й. Раевка с‑зы ойошторолғандан һуң Совхоздың Дим бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке