ДӘҮЛӘТША, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Рауил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 275 кеше; 1920 — 448; 1939 — 181; 1959 — 129; 1989 — 113; 2002 — 156; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1834 й. Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Ҡусҡар а. (хәҙ. Иҙәш Ҡусҡары а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Дәүләтша Сәғитов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Үҙәк булараҡ теркәлгән. 1866 й. 20 йортта 184 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.