ДӘҮЛӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Дәүләт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 12 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.-Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Сыбаркүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 154 кеше; 1920 — 378; 1939 — 382; 1959 — 350; 1989 — 795; 2002 — 819; 2010 — 941 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, халыҡ театры бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы Тупаҡ а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Амангилде, Кинйәғол, Күсәмеш һәм Исәмеш Дәүләтовтар билдәле. 1866 й. 24 йортта 143 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке