ДЕРГАЧЁВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 112 кеше; 1920 — 218; 1939 — 237; 1959 — 143; 1989 — 228; 2002 — 345; 2010 — 298 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1901—02 йй. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Полтава, Харьков һәм Чернигов губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала.

Ю.А.Кәримов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке