ДЕНИС, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Денис а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Мәләүез т. юл станцияһынан. Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й.  — 909 кеше; 1920 — 1008; 1939 — 825; 1959 — 843; 1989 — 610; 2002 — 660; 2010 — 637 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1811—12 йй. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Өсбүләк (Ишбүләк) а. башҡорттарынан 1802 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Сәйет посадының (ҡара: Сәйет биҫтәһе) сауҙагәр татарҙары һатып алған ерҙәрҙә яһаҡлы татарҙар, дәүләт крәҫтиәндәре ш. уҡ шарттарҙа нигеҙ һала. 1866 й. Д. (Туҡман Кәримдә) 68 йортта 340 кеше йәшәгән. Игенселек, сауҙа м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет, татар мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Х.Б.Әбдүшев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.