ВОСХОД, Балаҡатай р‑нындағы  ауыл, Тарҙау а/с ҡарай. Район үҙәгенән  Көнб. 37 км һәм Үңкерҙе т. юл ст.  (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 73 км  алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й.  ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.  Халҡы: 1939 й. — 91 кеше; 1959 —  117; 1989 — 101; 2002 — 112; 2010 —  66 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс  мәктәп бар. 

Ауылға 1921 й. ДыуанҠошсо кантонында  ш. уҡ кантондың Ярославка  а. (хәҙ. Дыуан р‑ны) күсеп килеүселәр  а.х. коммунаһы булараҡ нигеҙ  һала, 1925 й. 9 йорт иҫәпкә алынған.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика