ДИМ, Күсәй, Бишбүләк р-нындағы ауыл, Дим а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 817 кеше; 1959 — 1181; 1989 — 1349; 2002 — 1157; 2010 — 1028 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, дөйөм практика табибы бүлеге, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Союзскотоводтрест” ың Башҡортостан контораһының Дим с‑зы ойошторолған ваҡытта ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1939 й. — Миәкә с‑зының үҙәк усадьба ҡасабаһы, 1953 й. алып Дим с‑зының 1‑се фермаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән, 1992 й. — хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018