АГТЕ Адольф Андреевич (30.4.1775, Рига губ. Аренсбург ҡ. — 13.4.1832, Пермь губ. Екатеринбург ҡ.), тау инженеры. Обер‑берг‑гауптман (1830). С.‑Петербург тау уч‑щеһын тамамлаған (1795). 1795 й. алып Нерчинск з‑дтарында, 1802 й. — Екатеринбург тау округында хеҙмәт итә. 1826 й. башлап Златоуст тау сәнәғәте округы нач. һәм Златоуст ҡорал фабрикаһы дир., 1831 й. — Урал тау идараһы берг‑инспекторы (Екатеринбург). Әйләнеүсе мискәләр (“агте мискәләре”) ярҙамында алтынлы ҡомдо ваҡлау технологияһын уйлап таба. Мейәс алтын приискыларында алтын табыуҙы һәм Златоуст һалҡын ҡоралын етештереүҙе арттырыуға өлгәшә. 3‑сө (1828) һәм 4‑се (1825) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә (1825) Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Козлов А.Г. Творцы науки и техники на Урале. XVII — начало XX века. Свердловск, 1981; Катин-Ярцев М.Ю., Рыхляков В.Н. Фон Агте (Ахте) //Дворянский календарь. 1998. Тетр.5.

В.С.Агте

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018