ДЕЖНЕВ, ауыл, 20 б. 30-сы йй. аҙ. Черниковка эшселәр ҡсб. (ҡар.: Черниковск) эсендә.

1849 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. 2‑се ярт. Колокольцевтарҙың крәҫтиәндәре тарафынан) Өфө өйәҙендә алпауыт крәҫтиәндәре ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. 29 йортта 178 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Д. ауылын Өфө терр‑яһына индергәндән һуң, ул Көнбайыш һәм Кемерово урамдарын тәшкил итә (Орджоникидзе р‑ны). Элекке ауыл эргәһендәге Ағиҙел й. буйында урынлашҡан пристань уның исемен йөрөтә. Халҡы: 1906 й. – 314 кеше; 1920 – 344 кеше.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.