ДЕДОВ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Дедов а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 376 кеше; 1920 — 574; 1939 — 522; 1959 — 475; 1989 — 448; 2002 — 331; 2010 — 328 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү (Покровка Эннатский монастырының Покровка соборы, 1904 й. кирбестән һалынған, архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙендә алпауыт П.В.Эннатский ауылы булараҡ нигеҙ һалына. Орёл губ. крепостной крәҫтиәндәр килеп урынлашҡан. 1865 й. 53 йортта 327 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. балалар өсөн приют‑ясле, тимерлек, шарап кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан; Д. эргәһендә 2 имение булған: А.Д.Лашкевичтың (мәктәп, земство дауаханаһы, 2 һыу тирмәне, метеорология ст. булған) һәм Е.А.Эннатскаяның (министрлыҡ мәктәбе, һыу тирмәне) имениеһы. В.П.Пустарнаков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018