ДАУЫТЛАР, Борай р-нындағы ауыл, Кәшкәләү а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 824 кеше; 1920 – 1113; 1939 – 857; 1959 – 853; 1989 – 373; 2002 – 293; 2010 – 220 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. башында Уҫы даруғаһы Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған. 1795 й. 16 йортта 98 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 496 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. тимерлек теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке