ДАУЫТ-ҠАЙЫП, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 54 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.-Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Боҙйылға (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 340 кеше; 1920 — 439; 1939 — 305; 1959 — 363; 1989 — 158; 2002 — 187; 2010 — 141 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Бинаһында башланғыс мәктәп (Теләүембәт урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб урынлашҡан Соц.‑мәҙәни үҙәк, мәсет бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ Улусы Дауыт һәм Ҡайып аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала (ауылдар ҡушылыу һөҙөмтәһендә), 1834 й. билдәле (174 кеше йәшәгән). Дауыт (ауыл кешеләренең береһе исеме м‑н аталған, уның улдары Ҡылысбай һәм Йылҡыбай Дауытовтар теркәлгән) 1795 й. башлап билдәле; 6 йортта 36 кеше йәшәгән. Ҡайып (Ҡайып Тайлаҡов исеменән) тәүге тапҡыр 1816 й. теркәлгән (8 йорт). 1866 й. Д.‑Ҡ. 40 йортта 296 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. Р.Йәнбәк ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018