ДАУЫТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Асҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 3 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 284 кеше; 1920 — 303; 1939 — 213; 1959 — 212; 1989 — 224; 2002 — 306; 2010 — 352 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Дауыт Сафаров исеме м‑н аталған. 1795 й. 22 йортта 142 кеше (ш. уҡ типтәрҙәр иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. 35 йортта – 210 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ю.И.Хәсәнов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке