ДАРЬИНО, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Партизан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Мәкәтәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1625 кеше; 1920 – 2078; 1939 – 1608; 1959 – 1169; 1989 – 829; 2002 – 925; 2010 — 801 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшеракушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Партизан музейы бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Воскресенка заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1798 й. бында Верхнеурал өйәҙе Дарьино а. (хужаһы Д.И.Пашкова, ҡара: Пашковтар) 473 ир‑ат, һуңыраҡ Рязань, Түб. Новгород, Пенза, Сембер губ. крепостной крәҫтиәндәр күсерелә. 1865 й. 205 йортта 1324 кеше йәшәгән. Сиркәү, 5 тирмән булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тирмән, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке