ДАРЬИНО, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 2 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 508 кеше; 1920 – 503; 1939 – 632; 1959 – 522; 1989 — 266; 2002 – 296; 2010 — 250 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына, 1850 й. алып алпауыт крәҫтиәндәре ауылы булараҡ билдәле. 1865 й. 65 йортта 387 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ  м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.