ДАНИЛОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Корнеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 62 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 275 кеше; 1920 – 369; 1939 – 348; 1959 – 140; 1989 – 373; 2002 – 384; 2010 — 420 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1880 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Красный Яр (Мокеевский) ҡасабаһы кешеләренән (улар үҙҙәре ш. уҡ өйәҙҙең Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә 1878 й. килеп урынлашҡан булған) ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Пенза, Тамбов, Һамар губерналарынан күсеп килеүселәр Даниловский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 31 йортта 203 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 80‑се йй. Д. Потешкино (19 б. башында нигеҙләнгән) һәм Краснояр аа. ҡушылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018