ДӘҮЛӘТ, Асҡын р-нындағы ауыл, Петропавловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 14 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 121 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 223 кеше; 1939 — 278; 1959 — 279; 1989 — 129; 2002 — 121; 2010 — 129 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Ҡарткиҫәк а. кешеләре Дәүләт исемле бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Һуңынан бында ш. уҡ өйәҙҙең Ҡыйғаҙы һәм Ҡубыяҙ аа. кешеләре күсеп ултыра. 30-сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018