ДӘҮЛӘКӘН, ауыл, 20 б. башынан Дәүләкән ҡалаһы эсендә.

Ауылға 18 б. 30—50-се йй. Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Дәүләкән Сыртланов исеме м-н аталған. 1795 й. 33 йортта 184 кеше йәшәгән; 1865 й. 83 йортта — 388 кеше. Малс-ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1893 й. бында Рәсәйҙең төрлө губерналарынан килгән крәҫтиәндәр килеп ултыра (1906 й. тиклем Дәүләкән ҡасабаһы булараҡ айырым иҫәпкә алынған; 1896 й. 12 йортта 80 кеше йәшәгән). 1906 й. мәсет, земство мәктәбе, министрлыҡ мәктәбе теркәлгән; улус идараһы, кредитлау ширҡәте урынлашҡан. Халҡы 1906 й. — 582 кеше.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке