ЖИЛИН, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Октябрь р‑нының Нуғай а/с ҡарай. Ҡаланан һәм Өфө т. юл ст. К.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 132 кеше; 1920 — 156; 1939 — 229; 1959 — 198; 1989 — 72; 2002 — 101; 2010 — 170 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 19 б. уртаһында) Өфө өйәҙендә алпауыт Жилиндарҙың ерҙәрендә нигеҙ һалына. 1865 й. Ж. (Тихвинка, Пыпино) 11 йортта 67 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1992 й. Өфө р‑нының Нуғай а/с ҡараған. В.А.Томаров ошо ауылда тыуған.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.