ГУСЕВ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Гусев а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 271 кеше; 1939 – 785; 1959 – 675; 1989 – 914; 2002 – 955; 2010 — 1102 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп (Йәнгел сәнғәт мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Забава” халыҡ вокаль ансамбле) бар.

Ауылға 1912 й. купчий ҡағыҙы б‑са һатып алынған Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Теләнсе а. (хәҙ. Таҡһыр а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урыҫ крәҫтиәндәре Гусевский (тәүге төпләнеүсе Ф.Я.Гусев фамилияһынан) утары булараҡ нигеҙ һала. 30-сы йй. аҙ. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. М.Н.Сөләймәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика