ГҮРҘЕБАШ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Туҡтағол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Оло Гүрҙе й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 352 кеше; 1959 — 296; 1989 — 178; 2002 — 137; 2010 — 105 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 1922 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Туҡтағол а. кешеләре Г. ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 22 йорт иҫәпкә алынған. Исеме гидронимдан алынған (Гүрҙе башы). 50‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

К.П.Юзикаева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика