ҒҮМӘР, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 86 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 920 кеше; 1920 — 1108; 1939 — 750; 1959 — 844; 1989 — 226; 2002 — 208; 2010 — 184 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңны һәм Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә; 1704 й. алып Талбаҙы исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Үмәр исеме м‑н теркәлгән. 1756 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр һәм типтәрҙәр төпләнә. 1795 й. (хәҙ. исемдә) 17 йортта 101 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 539 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. Ғ. булараҡ 2 ауыл теркәлгән: береһендә (1‑се Ғүмәр) 159 кеше йәшәгән, мөгәзәй булған, икенсеһендә (2‑се Ғүмәр) — 761 кеше, мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй булған. 30—70‑се йй. Иҫке Ғүмәр исеме м‑н иҫәпкә алынған. Ғ.Ғ.Усманов ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика