ЗӘК-ИШМӘТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Зәк‑Ишмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 50 км һәм Күмертау т. юл ст. 41 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1024 кеше; 1920 — 1222; 1939 — 783; 1959 — 683; 1989 — 670; 2002 — 790; 2010 — 682 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы Таймаҫ а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1784 й. алып Зәк (Изәк) утары булараҡ билдәле. 1795 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе Ашҡаҙар а. яһаҡлы татарҙар, 1835 й. Сәйет биҫтәһенән сауҙагәр татарҙар төпләнә. 1834 й. хәҙ. исемен йөрөтә (исеменең икенсе өлөшө ауыл кешеләренең береһе Ишмөхәмәт Кугушев, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ишмәт Әтәсов исеменән). 1865 й. 115 йортта 485 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсә теркәлгән. Ш.Зәки, Ш.М.Әбдрәшитов ошо ауылда тыуған.

А.М.Нәсибуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика