ҒҮМӘР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ярат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 27 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Батҡаҡлы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 264 кеше; 1920 – 277; 1939 – 109; 1959 – 179; 1989 – 290; 2002 – 344; 2010 — 367 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ярат урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1816 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Мырҙаҡай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Мостафа һәм Хәмзә Ғүмәровтар билдәле. Һуңыраҡ ш. уҡ өйәҙҙең Мәмбәт а. (хәҙ. Үрге Мәмбәт а.) бер нисә ғаилә килеп урынлашҡан. Шулай уҡ Мырҙаҡай булараҡ теркәлгән. 1866 й. 39 йортта 233 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1920 й. Ғ. (Мортаза) исеме м‑н иҫәпкә алынған.

Р.Ф.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика