ҒҮМӘР, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Таштамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 171 кеше; 1939 — 116; 1959 — 100; 1989 — 109; 2002 — 103; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Түрҫәгәҙе а. кешеләре Яңауыл исеме м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика