ҒҮМӘР, Ишембай р-нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.-Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 442 кеше; 1920 – 658; 1939 –705; 1959 – 771; 1989 – 421; 2002 – 369; 2010 — 379 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1772 й. алып  билдәле. Тәүге төпләнеүсе Ғүмәр Ҡарамышев исеме м-н аталған. Шулай уҡ Бүҙә, Үмәр, Юлдашбай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 11 йортта 74 кеше йәшәгән, 1865 й. 65 йортта – 413 кеше. Малс-ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана, арба яһау м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне  булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсебе булған. Ғ. эргәһендәге Егән мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы – тәбиғәт ҡомартҡыһы. Р.Х.Ниғмәтуллин, В.И.Әхмәҙиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика