ГРУЗДЕВКА, Илеш р-нындағы ауыл, Яңы Айыу а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 16 кеше; 1939 – 76; 1959 – 129; 1989 – 167; 2002 – 232; 2010 – 233 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙендә Дедюхин пристане (һуңыраҡ уны сауҙагәр Груздев һатып ала) булараҡ нигеҙ һалына. 20-се йй. алып Груздевка пристане булараҡ теркәлгән, 50‑се йй. – ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика