ЗУБОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Зубов а/с үҙәге. Өфөнән К. 13 км һәм Өршәк т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 407 кеше; 1920 — 522; 1939 — 640; 1959 — 536; 1989 — 833; 2002 — 1375; 2010 — 2042 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта һәм музыка мәктәптәре, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә 18 б. 2‑се ярт. коллегия советнигы Н.С.Зубов (С.Т.Аксаковтың олатаһы) һатып алған ерҙәрҙә нигеҙ һалынған, тип фараз ителә. 1771 й. бында ул отставкалағы капитан М.Н.Аничковтан (ҡара: Аничковтар) һатып алған хеҙмәтсе кешеләрҙе күсерә. 1865 й. Зубовка исеме м‑н 2 ауыл (беренсеһендә 42 йортта 254 кеше йәшәгән, икенсеһендә 8 йортта — 50 кеше) теркәлгән. Игенселек, малс‑ҡ, ш. уҡ ауылдарҙың береһендә — ылаусылыҡ, икенсеһендә сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне, 2 мөгәзәй булған. Һуңыраҡ улар хәҙ. исемде йөрөткән бер ауылға ҡушыла. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. З. (Ҡунаҡай, Зубовка) булараҡ иҫәпкә алынған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика