ГРЕМУЧИЙ КЛЮЧ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡужбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 486 кеше; 1959 – 242; 1989 – 123; 2002 – 120; 2010 – 101 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡужбаҡты урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1920 й. һуң Бөрө кантонында Гремящий Ключ артеле булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 12 йорт теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ауыл эргәһендә Серёнькин ҡаласығы һәм Трикол ҡаласығы урынлашҡан. Г.К.Әминева ошо ауылда тыуған.

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика