ГРАФСКИЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 29 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Кесе Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 241 кеше; 1920 – 606; 1939 – 522; 1959 – 300; 1989 – 77; 2002 – 134; 2010 — 64 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә граф Гейдендың утары булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 4 йортта 17 кеше йәшәгән. Һыу тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете булған. 1920 й. һуң ауыл булараҡ теркәлгән, 1961 й. хәҙ. статусын ала.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке