ГӨТБӨР, Яңауыл р-нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнб. 11 км алыҫлыҡта Уръя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 623 кеше; 1920 – 598; 1939 – 471; 1959 – 334; 1989 – 270; 2002 — 239; 2010 – 247 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Байғужа урта мәктәбе филиалы), мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1683 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1795 й. 200 кеше теркәлгән, 1865 й. 69 йортта —  409 кеше. Игенселек, малс-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика